Ҡурай
+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Ғинуар 2025, 04:44

“Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн милли ризыҡ" флешмобы үтте

Ағиҙел мәктәптәрендә “Махсус хәрби операция яугирҙары  өсөн милли ризыҡ" флешмобына ҡушылды. Флешмоб барышында бешерелгән бөтә ризыҡтар гуманитар конвой менән махсус хәрби операция уҙғарыу зонаһына ебәреләсәк.

“Махсус хәрби операция яугирҙары  өсөн милли ризыҡ" флешмобы үтте“Махсус хәрби операция яугирҙары  өсөн милли ризыҡ" флешмобы үтте
“Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн милли ризыҡ" флешмобы үтте

Уҡыусылар ашнаҡсылар һәм уҡытыусылар менән бергә республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуын әҙерләне. Мәктәптәрҙә уҡыусылар  туҡмас һәм печенье әҙерләне, ә Башҡорт гимназияһында һалма эшләнеләр.

Һалма эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе Башҡорт гимназияһының ашханаһында үтте. Уны директорҙың административ-хужалыҡ эше буйынса урынбаҫары Зөбәржәт Кутлимбетова һәм педагог Гөлшат Исхаҡова үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресендә 8-се «шайморатов» класы һәм 10-сы класс уҡыусылары ҡатнашты. Күп кенә ҡыҙҙар ҡамыр йәйә һәм туҡмас киҫә белә, әммә улар һалма менән тәүгә осрашты. 

- Был сара беҙгә бик оҡшаны. Уҡытыусыларыбыҙҙың ҡамырҙы оҫта йәйеп, киҫкәнен күҙәтеү бик ҡыҙыҡ булды. Беҙ, хеҙмәтебеҙгә бөтә күңел йылыһын һәм изге хис-тойғоларҙы һалып, гуманитар акцияла ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнаштыҡ. Беҙҙең яугирҙарға бындай посылка ҙур ҡыуаныс килтерер, тип уйлайым, - тине 10 класс уҡыусыһы Әҙилә Әлмөхәмәтова.

- Көсөбөҙ бушҡа түгел - бөгөн беҙ әҙерләгән бөтә нәмә гуманитар конвой составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк. Берлектәге эш беҙҙе берләштерә, үҙебеҙҙе яҡындарыбыҙға ярҙам итергә әҙер булған берҙәм команда итеп тоябыҙ, - тип өҫтәне Лия Ғәниева, «шайморатов» класы уҡыусыһы.

Милли ризыҡтан тыш, Башҡорт гимназияһы уҡыусылары МХО зонаһына түшәк кәрәк-яраҡтары ебәрә. Һәр класс берәр комплект һатып алды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас