Ҡурай
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Января 2025, 12:15

Ағиҙел ирекмәндәре махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн кәбеҫтә тоҙланы

Ирекмәндәр  яугирҙәр өсөн файҙалы продукт – 200 килограмм кәбеҫтә әҙерләне.

Ағиҙел ирекмәндәре махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн кәбеҫтә тоҙланыАғиҙел ирекмәндәре махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн кәбеҫтә тоҙланы
Ағиҙел ирекмәндәре махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн кәбеҫтә тоҙланы

- Яҙ яҡынлаша, уның менән авитаминоз миҙгеле лә. Шул ваҡытта күптәребеҙ тоҙло йәки әсе берәй нәмәне ашап алырға хыяллана. Беҙ, ҡала халҡы, магазинға йәки баҙға барып, үҙебеҙ теләгәнде һайлай алабыҙ. Әммә беҙҙең яугирҙарҙың бындай мөмкинлеге юҡ, - ти ҡала Советы депутаты Әлфиә Грифленкова. Ул тоҙланған кәбеҫтәне беҙҙең яугирҙарға ебәреү идеяһын тәҡдим итте. Махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарыбыҙ был тәҡдимде ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иткән һәм бындай тәмле күстәнәстәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен әйткән.

Тоҙланған кәбеҫтә - ул С витамины хазинаһы, ул һаулыҡты һаҡлауҙа һәм иммун системаһын нығытыуҙа ҙур роль уйнай. 100 грамда был продуктта 20-50 мг аскорбин кислотаһы булыуы ихтимал. Был яңы кәбеҫтәгә ҡарағанда яҡынса 2-5 тапҡырға күберәк.

29 ғинуарҙа Руслан Холбан исемендәге 1-се мәктәп ашханаһында 30-ға яҡын ҡатын-ҡыҙ: М.Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре, «Әүҙем оҙон ғүмер» клубы ағзалары һәм мәктәп уҡытыусылары йыйылды. 40 минут эсендә улар 150 килограмм кәбеҫтә киҫте, һуңынан уларҙың һанын 200-гә тиклем арттырырға ҡарар итте. Йәшелсәләр ҡала халҡы йыйған аҡсаға һатып алынған.

Берәүҙәр кәбеҫтәне өҫкө япраҡтарҙан таҙартты, икенселәр уны тураҡланы: кемдер ябай аш-һыу бысағы, кемдер махсус ҡулайлама менән. Юйған кишерҙе өйҙән алып килгәндәр. Кәбеҫтә әҙерләү менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси эшҡыуар Айгөл Фәхретдинованың хеҙмәткәрҙәре: ашхана мөдире Ләйлә Мөхәмәтдинова, ашнаҡсылар Рина Хәтмуллина, Гүзәл Шәймәрҙәнова һәм ашхана хеҙмәткәре Илһамия Сәлимйәнова бар ине. Улар кәбеҫтәгә кишер өҫтәп, уны иҙеп,  ҙур кәстрүлдәрҙә бутай торҙо. Бындай кәбеҫтә бер нисә көн торасаҡ, ә ул әсегәс, уны тығыҙ ҡапҡаслы пластик биҙрәләргә һаласаҡтар.

Мәктәп директоры Люциә Башарова байрам атмосфераһын тыуҙырыу һәм сарала ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәреү өсөн музыка колонкаһын сығарҙы. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар йырларға тәҡдим итте. Улар патриотик йырҙар башҡара башланы, һәм ваҡыт һиҙҙермәй генә үтте.

 Ирекмәндәр араһында Илнур Хәзиева, Нина Никофорова, Миләүшә Ғатауллина, Наталья Вагина һәм Нурия Мусина бар ине. Улар бындай сараларҙа даими ҡатнаша, һуңғы көндәрҙә иһә уларҙың әүҙемлеге айырыуса артты, сөнки беҙҙең ҡаланан сираттағы гуманитар конвой ебәреүгә әҙерләнә. Күптән түгел ирекмәндәр яугирҙәребеҙ өсөн синтепондан бер нисә тиҫтә  мендәр яһаны. Киләсәктә матрастар эшләргә ниәтләйҙәр. Ә киләһе аҙнала ошо уҡ ашханала бауырһаҡ һәм ҡоймаҡ бешереү планлаштырыла.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас