Ҡурай
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Башҡортостан пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин итеү күләмен арттыра

Бөгөн Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә радиоэлектрон көрәш системаларын үҫтереү, уны асыҡлау һәм баҫтырыу темаһына айырым туҡталды. Ул разведка һәм эләктергес дрондары эшкәртеү һәм етештереү төп бурыс булып ҡала тип билдәләне.

Бөгөн Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә радиоэлектрон көрәш системаларын үҫтереү, уны асыҡлау һәм баҫтырыу темаһына айырым туҡталды. Ул разведка һәм эләктергес дрондары эшкәртеү һәм етештереү төп бурыс булып ҡала тип билдәләне.

«Башҡортостан - пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенциялар үҙәктәренең береһе. Төбәктәрҙе "дронофикациялау" рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә инде. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып пилотһыҙ аппараттар өсөн электр двигателдәре сығара башланы.

Президенттың ҡушыуы буйынса беҙ бөтә класлы граждандар һәм хәрби дрондар әҙерләйбеҙ һәм етештерәбеҙ. Инженерҙарыбыҙ "Кыш Бабай" тип йөрөткән ауыр дрон осоу һынауҙарын үтте һәм бөгөн беҙҙең яугирҙарға ярҙам итә. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Артур улы Хәкимовҡа был эште координациялауҙары өсөн рәхмәт белдерәм.

СВО зонаһына һуңғы ике йылда бөтәһе 10 меңдән ашыу дрон оҙатылды. Быйыл 20-нән ашыу резидент-компанияны берләштереү, пилотһыҙ аппараттар һәм уларҙың компоненттарын сығарыуҙы арттырыу өсөн төбәк ғилми-етештереү үҙәген асырға ниәтләйбеҙ. 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын тәьмин итеү күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам», - тине республика етәксеһе.

Төбәк Башлығы Оборона министрлығының яңы ғәскәрҙәр төрөн - пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыуын хәтергә төшөрҙө. Тейешле һайлау иғлан ителгән дә инде.

«Республикабыҙҙа ошо өлкәлә етерлек кимәлдә әҙерлекле белгестәр бар. Тиҫтәләгән йәш ирекмәндең үҙ компетенцияларын ҡулланыу һәм Еңеүгә үҙ өлөшөн индереү тураһында ҡарар ҡабул итеүен беләм. Был ысын ир-егеттәр эше. Беҙҙең Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү үҙәге фронтта кәрәкле һөнәр һәм тыныс тормошта лайыҡлы эш бирәсәк», - тине Радий Хәбиров.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас