Ҡурай
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2022, 10:55

Спорт инвентары аласаҡтар

Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт фонды ярҙамында Нефтекамала  һуҡырҙар спорт инвентары һәм өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар аласаҡ.

Спорт инвентары аласаҡтар
Спорт инвентары аласаҡтар

Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт фонды ярҙамында Нефтекамала  һуҡырҙар спорт инвентары һәм өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар аласаҡ.

Нефтекама ҡалаһына сәфәре барышында Рима Баталова «Тауыш тиҙлеге менән киңлек» проекты сиктәрендә һуҡырҙар өсөн «Showdown» өҫтәл теннисы буйынса күнекмәләр өсөн спорт инвентары һәм ҡорамалдар алыуға сертификат тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында балалар һәм йәштәр араһында «Тауыш тиҙлеге менән киңлек» һуҡырҙар өсөн «Showdown» өҫтәл теннисын үҫтереү программаһы 2019 йылдың ноябрендә старт алғайны. Проект балаларҙың профессиональ спорт үҫешенә булышлыҡ итәсәк, спортта айырылып торған балаларға күнекмә ҡорамалдарын яңыртырға һәм ярыштарға барырға мөмкинлек бирәсәк.

Спорт инвентары аласаҡтар
Спорт инвентары аласаҡтар
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: