Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө
6 Май 2022, 12:16

Ағиҙелдә «Уйна, гармун! » фестивале үтте.

Ағиҙелдә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған «Уйна, гармун! » фестивале үтте. Уны «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү педагогтары Фәнисә Семенушкина менән Алһыу Ғәлләмова ойошторҙо.

Ағиҙелдә «Уйна, гармун! » фестивале үтте.
Ағиҙелдә «Уйна, гармун! » фестивале үтте.

Байрамда һуғыш йылдары йырҙары, башҡорт һәм татар халҡының яратҡан көйҙәре яңғыраны.

Сығыштарҙы  Юрист Фазлетдинов асып ебәрҙе. Ул «Славянка хушлашыуы» көйөн, шулай уҡ рус һәс татар бейеү көйҙәрен уйнаны.

Сәкинә Мулләхмәтова беҙҙең ҡалала күптән түгел йәшәүенә ҡарамаҫтан, мәҙәни тормошта әүҙем ҡатнаша. Ул «Инйәр» халыҡ йыр ансамбле ағзаһы. Байрамда ул «Хушлашыу йырын» башҡарҙы.

Рәсим Төхбатуллин быйыл байрамда яңы статуста ҡатнашты - күптән түгел ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған миҙәниәт  эшмәкәре исеменә  лайыҡ булды. Ул сәхнәгә сыҡҡас, «Савитар» директоры Руслан Шөғәйеповтың  Төхбатуллиндар ғаиләһенә бағышлап яҙылған шиғырын Нәфисә Дәүләтова уҡып ишеттерҙе.   Рәсим Сәғит улы был улы тальян гармунында уйнап, килгән ҡунаҡтарҙы бейетте.

Байрамға Нефтекама ҡалаһынан  Рәсим ағайҙың туғаны  - Тухватуллин Мөзәһит тә килде. Туғандар дуэты «Шайморатов генерал» йырын һәм бер нисә халыҡ көйөн уйнап ишеттерҙе. Аҙаҡ Мөзәһит Мәғәфүр улы «Тыуған яҡ» йырын башҡарҙы.

Сабирйән Насыров  «Уйна, гармун!» фестивалендә йыл һайын ҡатнаша. Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул ултырып уйнамай, бейеү көйҙәрен башҡарып, барыһын да бейетте.

Рәдисә Әкрәмова ла һикһәндән уҙған гармунсы. Ул да был байрамда йыл һайын ҡатнаша. Ул гармунда ла уйнай, йырлай ҙа.

Фәнисә Семенушкина башта соло сығыш яһаны, аҙаҡ Семенушкин –Фазлетдинов-Тухбатуллин триоһы бер нисә көй бүләк итте.

«Савитар» педагогы Илнур Шәүәлиев йыл һайын был байрамда йырсы булараҡ сығыш яһай ине, быйыл ул да инструментын алып, татар-башҡорт көйҙәрен уйнапны, аҙаҡ һуғыш йылдары йырҙанынан попурри башҡарҙы. Йырҙар шулай уҡ Нәфисә Дәүләтова, Эльза Шамсутдинова, Ришат Муллағәлиев  һәм «Ынйылар» ансамбле башҡарыуында яңғыраны.

Байрам «Гармун алайыҡ әле, дуҫтар! » йырын бергәләп башҡарыу менән тамамланды.

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: