Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө
21 Март 2023, 14:47

Нәүрүз байрамын ҡаршы алдыҡ

Тантананың төп ҡунағы Нәүрүз һылыуҡай үҙе булды

Нәүрүз байрамын ҡаршы алдыҡ
Нәүрүз байрамын ҡаршы алдыҡ

Ошо аҙнала Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында “Ҡояшҡай” һәм “Зирәктәр” төркөм балалары Нәүрүз байрамын ҡаршы алып йырлы - моңло сара үткәрҙе. Был турала педагог Гөлназ Абдуллина хәбәр итте:

- Оҙон ҡыштан һуң яҙ етеүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Быйыл һыуыҡтар тиҙ генә сигенергә теләмәһә лә, яҙ әкренләп булһа ла үҙ хоҡуғына инергә йыйына. Яҙҙың байрамдары күңелдәргә дәрт өҫтәй, уларҙың атамаларынан да йылылыҡ, наҙ бөркөлә. Шундай көндәрҙең береһе – Нәүрүз байрамы. Ул көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә.
Тантананың төп ҡунағы Нәүрүз һылыуҡай үҙе булды. Ул бәләкәй дуҫҡайҙарыбыҙға халыҡ уйындары уйнатып, бейетеп күңел асты. Ҡатнашыусыларҙы яҙ байрамы менән ҡотланы. Балалар шиғырҙар, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр, бейеүҙәрен, моңло йырҙарын бүләк итте.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: