Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө
11 Май 2023, 14:44

Ағиҙелдә тыл ветерандарын ҡотланылар

Еңеү  көнөндә Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбе ашханаһында тыл ветерандары өсөн байрам табыны ойошторолдо. Аштарҙы мәктәп ашнаҡсылары әҙерләне.

Ағиҙелдә тыл ветерандарын ҡотланылар
Ағиҙелдә тыл ветерандарын ҡотланылар

Ветерандарҙы   ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров менән М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы волонтеры Гөлнара Ғалимова ҡотланы.

Концерт программаһын «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге коллективы әҙерләне.  Педагогтар Эльза Шәмсетдинова менән Илнур Шәүәлиев һуғыш тураһында йырҙар йырланы, Фәнисә Семенушкина етәкселегендә «Ынйылар» ансамбле солисы Илнур Лоҡманов, «Ағиҙел бөркөттәре» ансамбле татар-башҡорт йырҙанын бүләк итте. Яңы Ҡабан ауылынан килгән гармунсы Сабирйән Насыров  дәртле көйҙәр уйнап, ҡунаҡҡа килгән әбейҙәрҙе бейетте. Талантлы ғаилә: Фәдис һәм Гөлнур Шакировтар, уларҙың ҡыҙҙары Эльвира һәм ейәндәре Эмиль матур сығыштары менән сараны биҙәне.    

Байрамды бергәләп «Еңеү көнө» йырын  башҡарып  тамамланылар. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: