Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө
22 Сентябрь 2023, 13:32

Яңауылда сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл ҡуймаҡсылар

Яңауылда 21 сентябрҙә, үҙәк район китапханаһында сәйәси репрессиялар ҡорбандарына буласаҡ һәйкәл нигеҙенә капсула һалыу тантанаһы үтте.

Яңауылда сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл ҡуймаҡсылар
Яңауылда сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл ҡуймаҡсылар

Яңауылда 21 сентябрҙә, үҙәк район китапханаһында сәйәси репрессиялар ҡорбандарына буласаҡ һәйкәл нигеҙенә капсула һалыу тантанаһы үтте. Монумент башланғыстарҙы хуплау программаһы аша төҙөләсәк. Халыҡтан 202 мең һум аҡса йыйылды, йәнә 100 меңе бағыусылар һалды, ә проекттың дөйөм суммаһы 1,2 миллион һум тәшкил итә.

Объект төҙөлөшө менән  Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһынаншәхси эшҡыуар Фролов шөғөлләнә. Һәйкәлде 30 октябрҙә, Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә асырға ниәтләйҙәр.

Яңауылда сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл ҡуймаҡсылар
Яңауылда сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл ҡуймаҡсылар
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: