

Ҡуян ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты буйынса балалар майҙансығын асыу тантанаһы үтте. Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Тамара Танһыҡҡужина ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары, Ҡуян ауыл биләмәһе кураторы Радик Ғилмуллин, Ҡуян ауыл советы башлығы Ринат Мәрҙәнов, район Советы секретары Илүс Ялашев ауыл халҡына ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Бындай майҙансыҡтар асыу символик мәғәнәгә эйә. Әгәр балалар майҙансыҡтары ауылда кәрәк икән, тимәк, был тораҡ пункттың артабанғы үҫешенә перспективалары бар, тимәк, иртәгәһе көнгә ныҡлы ышаныс та бар. Уйын комплексы санитар нормаларҙың бөтә талаптарына яуап бирә. Әле Ҡуян ауылы биләмәһендә балалар өсөн өс уйын майҙансығы ҡуйылған