Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
16 Декабрь 2022, 09:33

Ҡалтасы оҫталары шыршы уйынсыҡтарының коллекцияһын бәйләгән

Улар менән китапханала Яңы йыл шыршыһын биҙәгәндәр.

Ҡалтасы оҫталары шыршы уйынсыҡтарының коллекцияһын бәйләгән
Ҡалтасы оҫталары шыршы уйынсыҡтарының коллекцияһын бәйләгән

Тиҙҙән Яңы йыл килә, шуға күрә күп кенә ғаиләләр балалары менән бергә йорттарын биҙәй башлай. Бигерәк тә  хужабикәләрҙә ҡулдан эшләнгән шыршы уйынсыҡтары (ҡағыҙ, фольга, туҡыманан һ.б.) хужабикәләрҙә ҙур популярлыҡ таба.

Ә бына Ҡалтасы район китапханаһы эргәһендә эшләгән «Оҫтабикә» клубында шөғөлләнеүселәр был уйынсыҡтарҙы бәйләргә ҡарар итә. Остаздары Людмила Ермолаеваның видео-дәрестәрен һәм оҫталыҡ дәрестәрен ҡулланып, ҡул эше оҫталары шыршы биҙәүестәренең тотош коллекцияһын эшләгән. Бында урман хайуандары, йорт хайуандары, ажур ҡар бөртөктәре, төрлө төҫтәге шарҙар, үтеп барыусы һәм киләсәк йыл символдары - юлбарыҫ һәм йорт ҡуяны - бар. Эшләнгән әйберҙәр сағыу, ыҡсым, матур килеп сыҡҡан.

Оҫтабикәләр декабрь буйына яңы йыл уйынсыҡтары эшләгән. Тотош яңы йыл коллекцияһы килеп сыҡҡан, улар менән китапханала Яңы йыл шыршыһын биҙәгәндәр.

Клубта ҡатнашыусылар, йомғаҡ һәм энә менән эш итә белгән һәр кем үҙенсәлекле Яңы йыл уйынсығы яһай ала, ти. Ә был йәһәттән уларға һәр шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә китапханала үткәрелгән дәрестәрҙә ярҙам итәсәктәр.

 

Сығанаҡ: "Калтасинская заря".

Ҡалтасы оҫталары шыршы уйынсыҡтарының коллекцияһын бәйләгән
Ҡалтасы оҫталары шыршы уйынсыҡтарының коллекцияһын бәйләгән
Автор:
Читайте нас: