Ҡурай
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
23 Октябрь 2023, 20:40

Мостай Кәрим хәтеренә

19 октябрҙә республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 104 йыллығын билдәләнеләр.  Уның ижади мираҫы  башҡорт әҙәбиәте классикаһына әүерелде һәм әле лә өйрәнелә.

Мостай Кәрим хәтеренә
Мостай Кәрим хәтеренә

Был көндө Башҡорт гимназияһының 7-се «шайморатов» класы уҡыусыларын китапханаға «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса  конференцияға саҡырҙылар. Балалар осрашыуға әҙерләнеп, повесты уҡынылар, был әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын ҡаранылар.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре халыҡ шағирының тормошо һәм ижады тураһында ҙур булмаған лекция уҡыны һәм фильм буйынса трейлер күрһәтте.  Повесть сюжеты буйынса бер нисә һорауға яуап биреп, балалар әҫәр тураһында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. "Һеҙ шулай уҡ үҙ ғаиләгеҙгә, үҙ йортоғоҙға, үҙ йөрәгегеҙгә икенсе кешене ҡабул итә алыр инегеҙме? Быны эшләү еңелме?» -  һорауынаа балалар бер ни ҙә уйлап тормай, ыңғай  яуап бирҙе. 

Балаларҙа  Мостай Кәримдең ижады менән ҡыҙыҡһыныу ҙур,  китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар шағирҙың яҡтылыҡ, изгелек һәм кешеләргә һөйөү менән һуғарылған тағы бер нисә китабын уҡыр тигән ышаныста ҡалды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: