Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
21 Ноябрь 2025, 12:35

Ер һәм Тыуған илгә һөйөү тураһында повесть

Үткән аҙнала Ағиҙел Үҙәк китапханаһы залын­да үҙенсәлекле ижади мөхит хакимлыҡ итте. Урындағы яҙыусы һәм шағир Хәниф Ҡәйүмовтың талантын яра­тыусылар уның яңы кита­бы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашыу өсөн бирегә йыйылды.

Ер һәм Тыуған илгә һөйөү тураһында повесть
Ер һәм Тыуған илгә һөйөү тураһында повесть

Хәниф Ҡәйүмов — ғәжәйеп яҙмышлы кеше. Ул ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, унда әҙәби һәләт асыла. Баш­та шиғырҙар һәм ҡыҫҡа юмо­ристик хикәйәләр яҙа, һәм улар үҙ уҡыусыһын тиҙ арала таба. «Өмет» гәзите үткәргән «Бергәләп көлик» республи­ка юмористик конкурсын­да еңгәндән һуң, яҙыусыға билдәлелек килә. Уның эштәре «Толпар», «Диләфрүз» жур­налдарында һәм Татарстан баҫмаларында баҫылып сыға. Күптән түгел ул повестар яҙыуға күскән.

Кисәлә авторҙың «Шәриф басуы» исемле повесының презентацияһы үтте. Был ҡалала абруйлы вазифаһын ҡалдырып, колхозды тергеҙеү өсөн тыуған яғына ҡайтҡан үҙ еренең ысын улы тураһында тәрән мәғәнәле тарих. Ки­тап ауыл халҡының хеҙмәтен хөрмәт итеү һәм крәҫтиән тор­мошон тәрән аңлау менән яҙылған. Автор, аграр өлкәне бик яҡшы белгәнлектән, әҫәрен иҫ киткес дөрөҫлөк һәм йәнлелек менән яҙа, уҡыусыны икмәкте ҡәҙерләргә өйрәтә.

Хәниф Ҡәйүмов кита­бын тәҡдим итеүҙән тыш, ҡунаҡтарҙы үҙенең ижад донъяһына ла алып инде: ҡайһы бер сюжеттарҙың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне, хис- тойғолары менән уртаҡлашты һәм әҫәрҙәрен «ҡысҡырып уҡыу»ҙы ойошторҙо.

Яңы повесть менән таны­шып өлгөргәндәр тәьҫораттары менән бүлеште. Китапты тәүге уҡыусыларҙың береһе булараҡ, әҫәрҙе ике өлөшкә бүлергә мөмкин, тип уйлайым: һуғыштан һуң ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған етемдең ауыр бала сағы һәм уның тыуған колхозын тергеҙеүе. Авторҙың иҫ киткес тел байлығын, күңелдең иң нескә урындары­на ҡағылыу һәләтен генә түгел, ә әҫәрҙең дөйөм ҡиммәтен дә билдәләп: «Мин был китапты ауыл хужалығы өлкәһендәге етәксенең өҫтәл китабы, тип атар инем», — тинем.

«Ағиҙел шишмәләре» әҙәби клубы ағзаһы Фәүзиә Фәррәхова минең һүҙҙәремде ҡеүәтләп, уны таң ҡалдырған бер нисә урынды уҡып ишеттерҙе. Ә клубтың иң тәжрибәле ҡатнашыусыларының береһе Наилә Кәримова китапты уҡығандан һуң, ауылда үткәргән бала сағына әйләнеп ҡайтыуын һәм йөрәгенә яҡын, ҡәҙерле хис- тойғолар тыуҙырыуын әйтте.

Сараны алып барыусы, баш китапханасы Гөлнара Әхмәтйәнова һәм Наилә Кәримова сара ҡунағы өсөн ижа­ди бүләк әҙерләгәйне. Наилә Ба­рый ҡыҙы Хәниф Ҡәйүмовтың «Ағиҙел ҡайындары» шиғырына йыр яҙған, һәм уны йырлап ишеттерҙе.

О с р а ш ы у а ҙ а ғ ы н д а Хәниф Ҡәйүмов автограф бирҙе, ә ҡунаҡтар авторға бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам һәм уҡыусыларҙың йөрәгенә һис шикһеҙ юл табасаҡ яңы китап­тар яҙыуын теләне.

Автор:
Читайте нас