Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Июль 2021, 21:07

Башҡортостанда федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла

Республикала 1015 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексы эшләй

Башҡортостанда федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла
Башҡортостанда федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла

Башҡортостанда 1015 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексы эшләй, 946-һы – стационар, 63-ө – күсмә, алтауһы — мобиль комплекс. Былтыр «Башҡортостан Республикаһы юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм система саралары» төбәк проекты сиктәрендә 471 фотовидеотеркәү комплексы сафҡа индерелде.

2021 йылдың башынан Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа юл фажиғәләренең артыуы күҙәтелә. Шуға күрә республика етәксеһе Радий Хәбиров федераль әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыу автомобиль юлдарында өҫтәп 100 берәмек юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексын ҡуйырға ҡушты.

«Федераль трассаларҙа тиҙлек режимын үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтеү һәләк булғандар һанын кәметеү буйынса тәьҫирле сара булып тора. Быға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камералары һанын арттырыу иҫәбенә өлгәшергә мөмкин, ошо хаҡта белгән водитель тиҙлекте арттырмай», — тине «Башҡортостан Республикаһының транспорт дирекцияһы» етәксеһе Мансаф Низакаев.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: