Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Июль 2021, 13:39

Путин хәрби-диңгеҙ парадын ҡабул итте

Унда дүрт меңгә яҡын диңгеҙсе, 50-нән артыҡ корабль, катер һәм һыу аҫты көймәләре, шулай уҡ диңгеҙ авиацияһынан 48 самолет һәм вертолет ҡатнашты.

Путин хәрби-диңгеҙ парадын ҡабул итте
Путин хәрби-диңгеҙ парадын ҡабул итте

25 июлдә Рәсәйҙә Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Был көндө Юғары баш командующий Санкт-Петербургта Нева йылғаһы акваторияһында үткән төп хәрби-диңгеҙ парадын ҡабул итте.

Унда дүрт меңгә яҡын диңгеҙсе, 50-нән артыҡ корабль, катер һәм һыу аҫты көймәләре, шулай уҡ диңгеҙ авиацияһынан 48 самолет һәм вертолет ҡатнашты.

Парадтың төп өлөшө башланыр алдынан дәүләт башлығы Фин ҡултығы акваторияһында һәм Кронштадт рейдында хәрби кораблдәрҙең парад линияһын катерҙа йөрөп сыҡты.

Президент экипаждарҙың шәхси составын Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө менән ҡотланы.

 

фото: http://www.kremlin.ru

Автор:
Читайте нас: