Ҡурай
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Июль 2021, 10:29

Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡушты

10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы.

Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡушты
Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡушты

Рәсәй президенты Владимир Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумды ваҡытынан алда — 2 августан түләй башларға ҡушты.

10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 6 йәштән (1 сентябргә тиклем тулған осраҡта) 18 йәшкә тиклемге (3 июлдән һуң тулһа) балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнән тыш, аҡса улллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға һәм попечителдәргә бирелә.

Мәктәп программаһына ярашлы уҡыуҙарын дауам иткән инвалидтарға һәм һаулығы буйынса сикләүҙәре булғандарға (18 йәштән 23йәшкәсә) ла аҡса түләнергә тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яҡынса иәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыған алты йәштән 18 йәшкәсә 650 меңдән ашыу баланың 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуғы бар.

Автор:
Читайте нас: