Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Көнүҙәк
31 Декабря 2021, 08:02

Краснокама районында урып-йыйыу 91 процентҡа башҡарылған

Район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дауам итә: ҡоро йәй арҡаһында мал аҙығы әлегә талап ителгән күләмдең яртыһы ғына әҙерләнгән. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу 91% үтәлгән.

Краснокама районында урып-йыйыу 91 процентҡа башҡарылғанКраснокама районында урып-йыйыу 91 процентҡа башҡарылған
Краснокама районында урып-йыйыу 91 процентҡа башҡарылған

Район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дауам итә: ҡоро йәй арҡаһында мал аҙығы әлегә талап ителгән күләмдең яртыһы ғына әҙерләнгән. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу 91% үтәлгән, «Прикамье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Хузин һәм Мортазин крәҫтиән-фермер хужалығында ғына йыйылмаған участкалар ҡалған. Әлегә 59 мең тонна иген йыйылған, уртаса уңыш гектарынан һигеҙ центнер тәшкил иткән.

Район буйынса 1600 гектар ужым сәселгән, иң ҙур майҙан - «Алға нәселселек заводы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында - 600 гектар. "Раздолье" йәмғиәтендә, «Заря» ауыл хужалығы етештереү кооперативында - 170-шәр гектар, Ринат Мортазин крәҫтиән-фермер хужалығында - 100 гектар сәскәндәр, ҡалған фермерҙарҙың ужым ашлыҡтары күп түгел.

Алғалар туңға һөрөү күләме буйынса ла алдынғы урында - уларҙа 1100 гектар. "Заря" ауыл хужалығы етештереү кооперативында һәм «Прикамье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 500-шәр гектар ер һөрөлдө. Район буйынса йәмғеһе 2500 гектар туңға һөрөлгән.

Оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Салауат Ғиндуллин әйтеүенсә, 2 мең тонна орлоҡ һалынған, был ихтыяждың 60 процентын тәшкил итә.

Малсылыҡта хәлдәр яҡшыраҡ: һөт уҙған йылға ҡарағанда 6 процентҡа, ә ҡошсолоҡ продукцияһы 33процентҡа күберәк етештерелгән.

Краснокама районында урып-йыйыу 91 процентҡа башҡарылған
Краснокама районында урып-йыйыу 91 процентҡа башҡарылған
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас