Ҡурай
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Февраль , 19:48

Яугирҙар һәләк булған остаздары өсөн үс ала

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалын тамамлаған егеттәр һм бөгөнгө көндә унда белем алган студенттар үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китеп, 2023 йылдың сентябрендә  батырҙарса һәләк булған директорҙары  Хәлил Әбүбәкировты хөрмәтләп иҫкә ала.

Яугирҙар һәләк булған остаздары өсөн үс ала
Яугирҙар һәләк булған остаздары өсөн үс ала

Хәлил Әбүбәкиров махсус хәрби операция үткәргәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән генерал Шайморатов ордены, Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды.

Бөгөнгө көндә үҙ теләге менән хәрби махсус операцияла ҡатнашҡан элекке студент Хәлил Фиҙай улының ҡатынына фото ебәргән. Ул фотола яугир «Ағиҙел өсөн! Хәлил Ф. өсөн!» тип яҙылған снаряд тотоп тора. Был снаряд   Украина һуғышсандары өсөн «бүләк».

Хәлил Әбүбәкиров 16 йыл Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалына етәкселек итте. Был ваҡыт эсендә колледж стенаһынан бик күп белгестәр сығарылды, улар хәҙер ил иҡтисадын  үҫтереүҙә уңышлы ҡатнаша. Уларҙың бер өлөшө, остаздары өлгөһөнә эйәреп һәм йөрәк ҡушыуы буйынса, махсус хәрби операция зонаһына Ватаныбыҙҙың суверенитетын яҡларға юлланды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: