Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Июль 2021, 23:18

Путин мәктәптәрҙең капиталь ремонт программаһын әҙерләргә ҡушты

Бынан тыш, хөкүмәткә “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән бергә “бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл торлаҡ пункттарында халыҡтың әүҙем ялын һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе ойоштороу өсөн заманса социаль инфраструктура булдырыу мәсьәләһен ҡарарға” йөкләтелде.

Путин мәктәптәрҙең капиталь ремонт программаһын әҙерләргә ҡушты
Путин мәктәптәрҙең капиталь ремонт программаһын әҙерләргә ҡушты

РФ Президенты Владимир Путин хөкүмәткә һәм РФ субъекттарының власть органдарына “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡатнашлығында мәктәптәргә, бигерәк тә ауыл мәктәптәренә капиталь ремонт яһау программаһын әҙерләргә ҡушты.

Бынан тыш, хөкүмәткә “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән бергә “бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл торлаҡ пункттарында халыҡтың әүҙем ялын һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе ойоштороу өсөн заманса социаль инфраструктура булдырыу мәсьәләһен ҡарарға” йөкләтелде.

Дәүләт башлығы федераль бюджет аҡсалары, шулай уҡ ВЭБ үҫеш банкы ресурстарын йәлеп итеп, 2024 йыл аҙағына тиклем 1 300-ҙән дә кәм булмаған яңы мәктәп төҙөләсәген һәм шул уҡ ваҡытта ғәмәлдәге мәктәптәрҙе модернизациялауға һәм яңыртыуға ла иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләне.

Автор:
Читайте нас: