Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июль 2021, 14:16

Яңауыл районының Сусаҙы-Ябалаҡ мәктәбе уҡыусылары “Артек”та йыл һайын ял итә

Быйыл Халыҡ-ара балалар үҙәгенә тағы ла ике уҡыусы барасаҡ

Яңауыл районының Сусаҙы-Ябалаҡ  мәктәбе уҡыусылары “Артек”та  йыл һайын ял итә
Яңауыл районының Сусаҙы-Ябалаҡ мәктәбе уҡыусылары “Артек”та йыл һайын ял итә

Яңауыл уҡыусылары “Бергә эшләйек” хәрәкәте сиктәрендә үткәрелеүсе “Сәләмәт йәшәү рәүеше — милли маҡсаттарҙың үҫеш нигеҙе” акцияһының “Лидер” конкурсында сираттағы тапҡыр еңеү яуланы. Улар — Сусаҙы-Ябалаҡ мәктәбенән Юлиана Васильева һәм Аделина Матвеева (етәкселәре Людмила Хәйбуллина). Балалар “Артек” Халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлламалар менән бүләкләнгән. Смена 23 августан 12 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Әйткәндәй, ошо мәктәп уҡыусылары бер нисә йыл рәттән “Артек” Халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итә.

“Бергә булайыҡ” хәрәкәте “Берҙәм Рәсәй” партияһы инициативаһы менән 2017 йылда башланып киткәйне.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: