Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2021, 18:26

Уҡыу йорттарын тамамлап - тыуған яҡҡа!

Район мәктәптәренә йәш белгестәр ҡайтты

Уҡыу йорттарын тамамлап -  тыуған яҡҡа!
Уҡыу йорттарын тамамлап - тыуған яҡҡа!

Яңауыл мәктәптәренә эшкә йәш белгестәр ҡайтты. Беҙ уларҙың ҡайһы берҙәре менән аралашты. БДУ-ның Бөрө филиалын тамамлап, Илья Мөхәмәтшин тыуған яғына ҡайҡан. Танылған педагогтар династияһы вәкиле 4-се мәктәптә балаларҙы информатика һәм физика фәндәренән уҡытасаҡ. Ә Илназ Әмиров эш менән уҡыуҙы бергә алып барып, шул уҡ юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итеп, тыуған ауылы мәктәбе Байғужала физкультура фәненән уҡытасаҡ. Нефтекама педагогия колледжын тамамлаусы Амалия Иманова һәм Лиана Вәлиева хеҙмәт юлдарын И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияла башлаясаҡ. Балалар менән осрашыуҙы улар түҙемһеҙләнеп көтә: береһе 3 кластар менән, улар класта — 30 бала (!), ә икенсеһе 1 кластар менән, улар 25 бала буласаҡ. “Минең дә 1 класымды тиҙерәк күргем килә!”, — ти Чайковский индустриаль колледжын тамамлаусы Диана Садиуллина, әйткәндәй, ул тыумышы менән Пермь крайынан, ә эш урыны булараҡ ҡалабыҙҙы һайлаған. — Лицейҙа эшләйәсәкмен”. Ирина Хәбибуллина БДУ-ның Бөрө филиалын үткән йылда тамамлаған, быйыл эшләй башлаясаҡ. Ул киң профилле белгес. Лицейҙа — башҡорт, әлеге белем биреү учреждениеһының Эткенә ауылындағы филиалында рус һәм инглиз телдәре дәрестәрен уҡытасаҡ.

“Әлбиттә, тулҡынланыу бар инде, — ти йәштәр, — әммә балалар менән шөғөлләнеүҙән ҡурҡмайбыҙ. Юғиһә, ниңә мәктәпкә эшкә барырға?!”. Ғөмүмән, педагогтар балалар, уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел табасаҡтарына һәм эшләйәсәк коллективтарына тиҙ арала өйрәнеп китерҙәренә ышана.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: