Ҡурай
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2021, 19:27

Яңауыл уҡыусыһы — Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе

Ул “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллама менән бүләкләнде  

Яңауыл уҡыусыһы — Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе
Яңауыл уҡыусыһы — Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе

27 августа “Планета — беҙҙең байлығыбыҙ” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.

Еңеүселәр араһында Яңауылдан Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡыусыһы Никита Чухланцев та бар. Уның фәнни етәксеһе Рина Ҡанифова бына ниҙәр һөйләне:

— “Тикшеренеүсе” берекмәһе уҡыусылары Данил Коробов һәм Никита Чухланцев үҙҙәренең фәнни-тикшеренеү эштәрен ситтән тороп үткән этапҡа ебәрҙе һәм призерҙар булды. Ике ҡатнашыусының да тикшеренеү эштәре “Энергия ресурстарын һаҡлау өлкәһендә экологик инновациялар” секцияһында жюри баһалағандан һуң иң яҡшыһы тип табылды.

Проекттарҙы дистанцион формала яҡлағанда Никита еңеүсе булды, уны Диплом һәм Анапа ҡалаһындағы “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә бушлай юллама менән бүләкләнеләр.

Фото: Рина Ҡанифованан.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: