Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Сентябрь 2022, 09:29

Краснокама районының Шушнур мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды

Шушнур мәктәбендә һанлы, тәбиғи-ғилми, техник һәм гуманитар йүнәлештә «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәге асылыуы ысын байрамға әйләнде. Уҡыу йортона физика, биология, химия фәндәре буйынса 1,3 миллион һумға ҡорамалдар бүленгән.

Краснокама районының Шушнур мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды
Краснокама районының Шушнур мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды

Шушнур мәктәбендә һанлы, тәбиғи-ғилми, техник һәм гуманитар йүнәлештә  «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәге асылыуы ысын байрамға әйләнде. Тантанаға бөтә мәктәп йыйылды, район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Хафизов, Шушнур ауыл Советы биләмәһе башлығы Эльвира Ғиләжетдинова, район Советы депутаты Айрат Мортазин килде.

Был ҙур ваҡиға менән ҡунаҡтар мәктәп коллективын ҡотланы һәм, символик ҡыҙыл таҫманы киҫеп, биология һәм химия кабинетына үттеләр. Уның менән мәктәп директоры Римма Соина мөдирлек итә.

Ул уҡыусылар менән бергә «Үҫеш нөктәһе» буйынса алынған ҡорамалды һынап ҡараны. Былар артериаль ҡан баҫымын үлсәргә, йөрәктең электрокардиограммаһын төшөрөргә мөмкинлек биреүсе приборҙар. Һәм уны шунда уҡ көйләргә мөмкинлек биргән яҡтыртҡыслы юғары аныҡлыҡтағы микроскоптар. Микроскоптарҙа компьютерға йәки ноутбукка тоташҡан камера бар. Артериаль ҡан баҫымы, ЭКГ күрһәткестәре шунда уҡ экранға сыға.

- Алты мәктәпте ошо проект буйынса «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан башлап йыһазландырҙыҡ, ә быйыл программаға бер юлы дүрт мәктәп эләкте. Йыһаздарҙың йүнәлеше үҙгәрә. Үткән йылдарҙа был технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һ.б. булһа, быйыл - физика, биология, химия. Һәр мәктәпкә 1,3 миллион һумға ҡорамалдар бүленгән. Беҙҙә «Үҫеш нөктәһе» булмаған тағы 10 мәктәп ҡала, алдағы йылдарҙа улар ҙа заманса ҡорамалдар алыр тип уйлайым, сөнки «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә, - ти район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин.

Краснокама районының Шушнур мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды
Краснокама районының Шушнур мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: