Ҡурай
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Сентябрь 2022, 09:44

Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды

Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш мәктәбендә һанлы, тәбиғи-ғилми, техник һәм гуманитар йүнәлештә «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәге асылды. Яңы Аҡтанышбаш мәктәбенең физика уҡытыусыһы Рәзидә Мортазина үҙенең фәне өсөн алынған яңы ҡорамалдан һоҡланыуын йәшермәй.

- Беренсенән, улар матур, сөнки матурлыҡ та мөһим. Икенсенән, улар компактлы, урындарҙы әҙерәк биләй. Элек минең кабинетымда бер өйөм шкафтар тора ине, хәҙер уларҙың барыһын да сығарҙылар, кабинет яҡтырҙы һәм иркенәйҙе. Яңы ҡорамал темалар буйынса ҙур булмаған сумаҙандарға һалына. Асылда, унда тотош бер кабинет. Өсөнсөнән, улар һанлы форматта. Һәр лаборатория эшен әҙерләү өсөн биш минут ваҡыт етә. Дүртенсенән, улар балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы, - тип милли проект буйынса һатып алынған ҡорамалдың абруйын һанап үтә Рәзидә Хәйҙәр ҡыҙы.

Ул «Үҫеш нөктәһе» кабинеттарын асыу уңайынан йыйылған ҡунаҡтарға - район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Хафизов, Шушнур ауыл Советы биләмәһе башлығы Эльвира Ғиләжетдинова, район Советы депутаты Айрат Мортазинға «Һыу ҡайнатыу» темаһы буйынса лаборатор эш күрһәтә. Физика кабинетына шулай уҡ беренсе, икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстар робот техникаһы буйынса ҡорамалдар ҡайтҡан. Рәзидә Мортазина әйтеүенсә, тәүге дәрестәр ошо көндәрҙә башланасаҡ. Проект сиктәрендә килгән принтерҙар һәм ноутбуктарға ла ул бик ҡыуана.

Шулай уҡ Яңы Аҡтанышбаш мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» буйынса биология һәм химия кабинеты йыһазландырылған, ә 2024 йылға был проект буйынса бөтә мәктәптәрҙе лә ҡорамалдар менән тәьмин итеү планлаштырыла. Проект «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды
Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» кабинеттары асылды
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: