Ҡурай
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғариф
18 Октября 2022, 11:36

Шайморатовсылар Яңауылда ла бар!

Был исемде Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияның бишенселәре йөрөтә

Шайморатовсылар Яңауылда ла  бар!Шайморатовсылар Яңауылда ла  бар!
Шайморатовсылар Яңауылда ла бар!

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә Шайморатов исемен йөрөткән 78 яңы класс асылды. Был исемде Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияның 5 Ш классы ла йөрөтә.

Был проект балаларҙа илһөйәрлек рухын үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.

«Шайморатов класы»нда төп дөйөм белем биреү программаһынан тыш, башҡа төрлө фәндәр – информатика, математика, робототехника -  тәрән өйрәнелә.

Оҙаҡламай йәйәнән атыу менән дә шөғөлләнәсәктәр.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас