Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Сентябрь 2023, 18:31

Краснокама районы стадионы республика конкурсында бүләкләнде

Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашты. Унда мәктәп-интернаттың спорт майҙансығын тәҡдим иттеләр.

Стадионды быйыл республика финанс министрлыгы бүлгән 14 млн сумга төҙөнөләр. Финас ведомствоһының Краснокаманың был ауылына айырым иғтибары осраҡлы түгел - министрлыҡты оҙак йылҙар етәкләгән Советтар Союзы Герое Шәриф Сөләймәнов Яңы Кайынлыҡта тыуып үҫкән.

Конкурстың республика этабында «Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү» номинацияһында Яңы Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһе 4-се урын яуланы.

Стадион яңы ҡайынлыҡтарҙың бөтә ғаилә менән әүҙем ял итеү өсөн яратҡан урынына әүерелде. Ауыл советы халҡы районда уҙғарылған ярыштарҙа актив ҡатнаша. 2022 йылда Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы спортсылары Йәштәр эштәре буйынса комитет призына ауыл биләмәләре араһында Йәштәр спартакиадаһында еңеүсе булды.

Краснокама районы стадионы республика конкурсында бүләкләнде
Краснокама районы стадионы республика конкурсында бүләкләнде
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: