Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғариф
19 Мая 2025, 07:06

Ағиҙел вәкилдәре II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында ҡатнашты

13 майҙа республиканың баш ҡалаһында II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы үтте.  Өфө илдең полилингваль һәм билингваль белем биреү тәжрибәһен дөйөмләштереү, республиканың тел сәйәсәте торошон һәм мөмкинлектәрен тикшереү өсөн фекер алышыу майҙансығына әүерелде.

Ағиҙел вәкилдәре  II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында ҡатнаштыАғиҙел вәкилдәре  II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында ҡатнашты
Ағиҙел вәкилдәре II Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында ҡатнашты

Йыйында Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы мәктәптәре, балалар баҡсалары, юғары белем биреү ойошмалары, һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Бынан тыш, съезға ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре авторҙары, милли мәғариф өлкәһе ветерандары саҡырылды. Көндөң беренсе яртыһында съезда ҡатнашыусылар туғыҙ тематик майҙансыҡта башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Аҙаҡ  пленар ултырыш һәм уҡытыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы булды.

Ағиҙел ҡалаһы 2-се мәктәп башҡорт теле уҡытыусыһы Шакирә Миңнегәрәй ҡыҙы Ямалова үҙенең тәъҫортарраты менән уртаҡлашты:  

  - 12-13 майҙа Өфө ҡалаһында II Бөтә Рәсәй башҡорттеле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы юғары кимәлдә үтте. Был съезда беҙҙең ҡаланан делегаттар булып мәғариф бүлеге етәксеһе Маликова Гөлнара Фларит ҡыҙы, Башҡорт гимназияһы директоры Хәмәтдинова Лилиә Рәзиф ҡыҙы, мәғариф бүлеге методисы Әхмәтова Зинфира Ахунйән ҡыҙы ҡатнашты.  Миңә икенсе тапҡыр ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Был ҡорҙа мәшһүр "Урал батыр " эпосы илем, телем, моңом, тип янғандарҙы берләштереүсе булып торҙо. Ҡорҙа туғыҙ тематик майҙансыҡ эпостан алынған исемдәр менән билдәләнгән ине: "Аҡбуҙат", "Гөлөстан", "Һомай","Иҙел", "Самарау", "Урал батыр", "Шүлгән", "Аҫылташ", "Йәншишмә". II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы юғары кимәлдә үтте.  Ысынлап та, һәр эш алымы, һәр майҙансыҡ алдан уйланылған!

Бигерәк тә үҙебеҙҙең "Һомай" майҙансығының эшмәкәрлеге оҡшаны. Шул тиклем яңылыҡ менән танышып, сәмләнеп ҡайттыҡ!

 Ҡор барышында республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың телмәрендә башҡорт телен үҫтереүҙә күп көс һалған мәғариф ветерандарын хөрмәтләп телгә алыуын бөтә зал менән алҡышланыҡ. Шулай уҡ июнь айында «Урал батыр»  эпосына арналған көн буласағына бик шатландыҡ. Беҙҙе бер ҡор итеп туплаған БР мәғариф һәм фән министрлығына, милли мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт! Ресурс үҙәгенә, телебеҙҙе үҫтереү фондына, фән вәкилдәренә, битараф булмаған ата-әсәләр йәмәғәтселегенә рәхмәт. Алдағы көндәрҙә туплаған тәжрибәләребеҙгә таянып илһамланып эшләргә яҙһын!  

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас