-2 °С
Ҡар
Бөгөн, 10 сентябрь, - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
Ошо уңайҙан Яңауыл районында төрлө саралар үтә. Мәктәптәрҙә "Мин милли кейемдә уҡыйым" акцияһы ойошторолдо. Уның сиктәрендә дәрестәр, класс сәғәттәре, мастер-кластар, квестар үткәрелә.
Фото архивтан алынды.