27 майҙа Яңауылда танылған режиссер Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә арналған гармун байрамы уҙҙыФәтих Иҡсанов ауыҙ-тел ижадын, бейеүҙәрҙе, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә күп көс һала.
Фәтих Иҡсанов исемендәге конкурста 175 кеше - тальян, гармун оҫталары, ансамблдәр - ҡатнашты.
Гран-приҙы профессионалдар араһында Яңауылдан Руслан Мөхәмәҙиев, шулай уҡ Стәрлетамаҡтан ун йәшлек Шамил Вәлиев, Ҡалтасы районынан ансамбль яуланы.
2004 йылдан башлап Яңауылда Фәтих Иҡсанов исемендәге призға «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы үткәрелә. 2013 йылдан ул «Рәсәй мәҙәниәте» тип аталған маҡсатлы федераль программаға индерелә. Был сараға 1985 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының ул ваҡыттағы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов нигеҙ һалған.