Николо-Березовкала Танкист көнөнә арналған «Өфө-Николо-Берёзовка» автоуҙышы сиктәрендә ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе үтте. Эшҡыуар Альберт Харипов саҡырыуы буйынса ойошторолған автоуҙышта Өфө ҡалаһынан ретро-автомобилдәр яратыусылар клубы ағзалары ҡатнашты.
Клаксондар менән сигнал биреп, иҫке автомобилдәр колоннаһы тәғәйенләнгән ваҡытҡа баҙар янындағы майҙанға, элекке хәрби комиссариат бинаһы ҡаршыһына, килде. Бына улар беҙҙең машиналар: «Москвич»тар, «Волга»лар, «ГАЗ»иктар, «ЛуАЗ»дар... Күптән түгел генә кеүек, уларҙың өс-дүрт тиҫтә йылдан һуң раритетҡа әйләнәсәген белмәй ҙә, уларҙа йөрөнөк.
Шулай уҡ Германияның ике автосәнәғәт вәкиле - «Мерседес» автомобиле, уға оҡшашта үҙ ваҡытында Владимир Высоцкий йөрөгән, һәм Германияла Бөйөк Ватан һуғышы алдынан сығарылған «Вандедер» булды.
Ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе район үҙәге халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғаиләләре менән килгәйнеләр. Раритеттар эргәһендә һәм салонында ҙур теләк менән фотоға төштөләр, айырыуса балалар. Ир-аттар эште белеп, “эске” әйберҙәре тураһында фекер алыштылар: моторҙың көсө, аккумулятор урыны, багажниктың һыйҙырышлығы - ҡыҙыҡһынған тамашасылар өсөн автомобиль хужалары капоттарҙы асты һәм рәхәтләнеп үҙҙәренең автомобилдәре хаҡында һөйләне.