Иҫке Уразай ауылында, сағыштырмаса ҙур булмаған тораҡ пункт, ни бары 23 ихата иҫәпләнә, һәм нигеҙҙә өлкән йәштәгеләр йәшәй. Әммә быға ҡарамаҫтан, халыҡ бында бик әүҙем. Бер нисә йыл элек башҡорт һәм татар милли ризығы - бәлеш көнөн уҙғарыу идеяһы тыуа уларҙа.
Быйыл Иҫке Уразай халҡы байрамға күршеләрен - Яңы Уразай халҡын да саҡырырға була. Байрамдың майҙансығы итеп ағалы-ҡустылы Сабуровтар – Ғәтиф һәм Дуся, Ғатуф һәм Айһылыуҙың йорт яны биләмәһе һайлана.
Һөҙөмтәлә конкурсҡа 17 бәлеш сығарыла: ит-картуф бәлеше лә, балан, ҡабаҡ менән дә. Жюри фекеренсә, тәҡдим ителгән бәлештәрҙең һәр береһе ҡабатланмаҫ була - һәр бәйгесе үҙенең айырым тәме менән айырылып тора, һәр ҡатнашыусы татар милли ризығын әҙерләүе менән хайран ҡалдыра. Шулай ҙа биҙәлеше, тәҡдим ителеүе һәм башҡа критерийҙар буйынса 1-се урын Гөләмдәм Ғәлләмова әҙерләгән бәлешкә бирелә.