Бөйөк башҡорт шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙар йыйынтығы ҡумыҡ телендә донъя күрҙе. Ул «Гёнгюм - йырда...» («Йырҙа - уйҙар...») тип атала һәм Махачкалала «Формат» типографияһында 700 дана тираж менән баҫылып сыҡҡан.
Шиғырҙарҙы башҡортсанан ҡумыҡ теленә Дағстан ҡумыҡ шағиры һәм журналисы, Рәсәй Журналистар һәм Рәсәй яҙыусылары союздары ағзаһы Баһауетдин Самадов тәржемә иткән. Йыйынтыҡта Мостай Кәримдең шиғырҙары шулай уҡ төп нөсхәлә һәм рус теленә тәржемәлә бирелгән.
«Баһауетдин Самадов - башҡорт шағиры Мостай Кәримде ҡумыҡ теленә тәржемә иткән Дағстандан әлегә берҙән-бер шағир. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында бөйөк шағирыбыҙ Рәсүл Ғамзатов Мостай Кәримдең шиғырҙарын авар теленә тәржемә итә, һәм Дағстан шағирҙарының береһе лә уның шиғырҙарын тәржемә итмәгән», - тип билдәләнә журналист һәм шағир Баһауетдин Самадовтың яңы китабының инеш һүҙендә.
Тәржемә авторы билдәләүенсә, уның бөйөк башҡорт шағирын тәржемәләү теләге 2019 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында булғандан һуң барлыҡҡа килгән. Шул ваҡытта ул "Алтын ҡурай" халыҡ-ара журналистар конкурсы еңеүсеһе була һәм бүләкләү ваҡытында Мостай Кәримде ҡумыҡ теленә тәржемә итергә теләүен белдерә.