Ҡурай
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Ноябрь 2022, 20:52

«Бөркөт эҙе»: йырсыға бағышлап

Радик Гәрәев исемендәге мәктәптә социаль проект тормошҡа ашырыла

«Бөркөт эҙе»: йырсыға бағышлап
«Бөркөт эҙе»: йырсыға бағышлап

Яңауылдың Радик Гәрәев исемендәге мәктәбендә  «Бөркөт эҙе» исемле социаль проект тормошҡа ашырыла. Бындағы музейға район мәктәптәре уҡыусыларына экскурсиялар ойошторола.

Был проект аша балаларҙа илһөйәрлек, тыуған яҡтың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты ҡуйылған.

Беҙҙең белешмә

Гәрәев Радик Арыҫлан улы (23 март 1956 йыл— 29 октябрь 1996 йыл) — башҡорт опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, шул иҫәптән 1990—1995 йылдарҙа театр директоры, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Халыҡ-ара сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты.

 

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: