Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2023, 10:32

Белем көнөндә - изге эш

1 сентябрь - Белем көнөндә Ағиҙел ҡалаһы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары «Сәскәләр урынына балалар» хәйриә акцияһына йәнә ҡушылды.

Белем көнөндә - изге эш
Белем көнөндә - изге эш

Быйыл Апсаликова Ирина Фәрит ҡыҙы етәкселегендә 4-се класс, Мукаева Зимфера Фәрит ҡыҙы етәкселегендә 5-се класс һәм 7-се «шайморатовсылар»  класы 13900 һум иғәнә туплаған. Был аҡса Өфө хосписында дауаланыусы ауыр сирле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.

Акция барышында йыйылған саралар балалар өсөн медицина ҡорамалдары, махсус туҡланыу һатып алыуға тотоноласаҡ. Рәсәйҙә акция 2014 йылдан алып уҙғарыла. Өфө хосписы уны өсөнсө тапҡырына үткәрә, ә беҙҙең гимназистар «Сәскәләр урынына балалар» акцияһында икенсе йыл рәттән ҡатнаша.

Үҙҙәренең байрам линейкаһына балалар, был минуттарҙа ҙур изге эш башҡарыуҙарын аңлап, бер  роза сәскәһе менән килгән. Класс сәғәтендә изге ниәттәрен берләштереп, уҡыусылар бөтә розаларҙы ла бер зәңгәр таҫма менән бәйләнеләр.

Шулай итеп, Башҡорт гимназияһы яңы уҡыу йылын изге эштәрҙән башланы. Бындай ярҙам бер ҡасан да һулымаясаҡ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: