Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Октябрь 2023, 17:16

Ағиҙелдән кейеҙ баҫыу оҫтаһы Бөтә Рәсәй арт-симпозиумында ҡатнашты

Балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Олеся Сибәғәтова ҙур кейеҙ балаҫ эшләүҙә ҡатнашты.

Ағиҙелдән кейеҙ баҫыу оҫтаһы Бөтә Рәсәй арт-симпозиумында ҡатнашты
Ағиҙелдән кейеҙ баҫыу оҫтаһы Бөтә Рәсәй арт-симпозиумында ҡатнашты

Сентябрь аҙағы – октябрь айҙарында Өфөлә II Республика асыҡ художестволы  «Кейеҙфест» фестивале үтте. Фестиваль барышында ҙур кейеҙ балаҫ эшләнеләр.  

“Ҡорама кейеҙ” Бөтә Рәсәй арт-симпозиумында кейеҙ оҫталары һәм рәссамдарының коллектив эше булған кейеҙ балаҫ фестваль күргәҙмәһендә  айырым урын биләп торҙо. Ҙур, үҙенсәлекле панно 95 бәләкәй паннонан тора, уны баҫыуҙа Башҡортостан, Екатеринбург, Ҡаҙан, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Железногорск, Усинск (Коми Республикаһы), Элиста (Ҡалмыҡ Республикаһы), Аҡтүбә (Ҡаҙағстан) оҫталары ҡатнашҡан. 

Был балаҫ  ноябрҙә  Санкт-Петербургта үткән «Йолаларҙың яңы тормошо» халыҡ-ара арт-кейеҙ күргәҙмәһенә ҡуйыласаҡ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: