Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь 2023, 10:56

12 ноябрь - Ҡарабаш турғай көнө

Ноябрь уртаһында Рәсәйҙә Ҡарабаш турғай көнө  билдәләнә - был ҡоштар, башҡа ҡышлаусы төрҙәр кеүек үк, беҙгә һыуыҡтар башланғас йүнәлә. Ата-бабаларыбыҙҙың ышаныуы буйынса, тап 12 ноябрҙә ҡышлаусы ҡоштар ҡалаларға һәм ауылдарға килә. Был көндө өлкәндәр  иҫке тағараҡтарҙы  йүнәтә һәм яңыларын аҫып ҡуя, ә балалар ҡоштарҙы ашата.

12 ноябрь - Ҡарабаш турғай көнө
12 ноябрь - Ҡарабаш турғай көнө

Ошо  байрам алдынан Ағиҙел ҡалаһы Балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре МХО-ла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өсөн  оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Балалар өсөн таш биҙәү - мауыҡтырғыс арт-терапия, һөҙөмтәлә бик яҡшы уйынсыҡтар барлыҡҡа килә. Балалар ташҡа ҡарабаш турғайҙарҙы бик мауығып  акрил буяуҙар менән төшөрҙө. Ҡоштар төшөрөлгән таштарҙы йыйғас, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлау ҡурҡынысы булмаған иҫ киткес сағыу ҡоштар өйөрө барлыҡҡа килде!

Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, яҫы түңәрәк таштар Байкал күле ярҙарынан килтерелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, балалар моделе китапханаһындағы ижади оҫтахана шаршамбы һайын 15.00 сәғәттән эшләй, ә айҙың һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә балалар ата-әсәләре менән "Ял ит” клубына дәрестәргә йөрөй ала.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: