Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
18 Апрель 2025, 11:50

Яугир ҡыҙҙар

1989-2012 йылдарҙа Ағиҙел ҡалаһында Бөйөк Ва­тан һуғышының берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҡатнашыусыһы Нәфисә Мансур ҡыҙы Зи­янгирова йәшәне. Ул Башҡортстаннан киткән бе­ренсе «Ҡатын-ҡыҙҙар эше­лоны» менән китә.

Яугир ҡыҙҙар
Яугир ҡыҙҙар

Нәфисә апай иҫән ваҡытта шаҡтый иҫтәлектәр яҙып ҡалдыра. Ҡыҙы Рина Шәфиева уларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Ул до­кументтар араһында 1975 йыл­да донъя күргән «Яугир ҡыҙҙар» тигән китап та бар. Уның авто­ры - Нәфисә Зиянгированың яуҙашы Рәғнә Енгалычева. Был китапты Нәфисә Мансур ҡыҙына һуғыш ауырлыҡтарын бергәләп кисергән хәрби дуҫы бүләк иткән. «Нәфисәм! Үҙебеҙ тураһында был китап, ләкин исемдәребеҙ генә юҡ», - тип яҙып ҡуйған.

Был китапта һөйләнгән ҡыҙҙар тарихы Нәфисә Зиянгированың яҙмышы менән бергә үрелеп килә. Улар — бер үк эшелонда булған, бер үк хәсрәттәрҙе кисереп, Ва­тан өсән батырҙарса көрәшкән ҡыҙҙар. «Яугир ҡыҙҙар» ки­табында — фронт юлының ауырлыҡтары, дуҫлыҡтың көсө һәм ҡыҙҙарҙың батырлығы тураһында ҡомартҡы һүҙҙәр. Рәғнә Енгалычева китабынан өлөштәр уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

Илама, әсәй! Иртәнән һуңға юлға сығабыҙ… Бөтәһе лә әҙер шикелле. Юҡ, әле ауылым Баҡайға телеграмма ебәрәһем бар икән. Атайым-әсәйем менән хушлашырға кәрәк. Ағиҙелдә катерҙар йөрөй башлаған булһа, түҙмәҫтәр, Өфөгә оҙатырға килергә тырышырҙар…

Магниторгорскиҙә әллә ни тотҡарлыҡ булманы. Шау- гөр килеп поезға ултырҙыҡ. Силәбелә икенсе поезд көткән арала, вокзал янындағы бер сәстарашҡа инеп, бер нисә ҡыҙ сәс толомдарыбыҙҙы ҡырҡытып сыҡтыҡ. Нимә тип уны иртәгәгә ҡалдырырға, барып еткәс, бары­бер ҡырҡырға тура килер, тип, юлдан уҡ һалдат рәүешенә инә торорға ҡарар иттек.

Өфөлә өс көнләп торҙоҡ. К ү р ә һ е ң , д о б р о в о л е ц комсомолкаларҙың башҡа райондарҙан да килеп етеүҙәре йәки эшелон биреүҙәрен шу­лай көткәнбеҙҙер инде. Пушкин урамындағы 3-сө һанлы урта мәктәптә ҡунып йөрөнөк.

Юл өҙөгө булыуға ҡарамаҫтан, күстәтәнстәрен күтәреп, атай­ым менән әсйем дә килеп еткән. Икеһенең дә ҡайғылары йөҙҙәренә сыҡҡан. Улдарының һуғышта йөрөүе етмәгән, хәҙер ҡыҙҙары ла китеп бара. Ләкин ни ҡылмаҡ кәрәк, ил өҫтөнә төшкән бәләне шулай күмәкләп иң менән күтәрергә тура килә. Ҡулына ҡорал тота алырлыҡ бөтә улдарын һәм ҡыҙҙырын Тыуған ил яуға саҡыра.

Китер көндө тағы ла ағайымдарыма, атайым- әсәйем янына, килдем. Сәй эскән булдыҡ, һөйләшкәндәй иттек. Әсәйемдең күҙҙәре миңә төбәлгән. Аңлайым, был минутта уның күҙенә башҡа бер нәмә лә күренмәй. Эсендә ут яна, әйтер һүҙен дә әйтә алмай ултыра.

– Әсәй, зинһар, минең өсөн көйәләнмә. Хатты әленән-әле яҙып торормон. Үҙеңде һаҡла. Таҙалығың шәптән түгел. Миңә, йәш кешегә, бер нәмә дә булмаҫ. Ана, атайым империалистик һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан бит. Мин дә ҡайтырмын. Еңеү шатлығын алып ҡайтырмын тыуған Баҡайыма.

- Эй балам, балам, шулай ғына булһа ине лә бит… – Әсәйемдең күк йөҙөндә асыҡ зәңгәр күҙҙәрендә өмөт сатҡылары тоҡанғандай булып китә.

– Әсәй, һиңә минең берҙән- бер үтенесем: ихтыярың етһә, вокзалда беҙҙе оҙатып ҡалғанда иламаһаң ине. Унда былай ҙа күҙ йәштәре түгелер әле.

– Ярар, балам. – Әсәйем был хаҡта башҡаса бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Тимәк, вокзалда күҙ йәше сығармаясаҡ. Ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә улай илап барыу ғәҙәте юҡ. Беҙҙе Өфөгә уҡырға оҙатҡанда ла, каникулдарға ҡайтып киткәндә дә, әсәйем күҙ йәштәрен бер ваҡытта ла күрһәткәне булманы. Баҡһаң, ул беҙҙе оҙатҡас, кеше күрмәгәндә генә, йә һыйыр һауғанда, йә машина артында тегеү менән ултырғанда илаған. Быны мин һуңынан ғына, хатта һуғыш та­мамланып, байтаҡ ваҡыттар үткәс кенә белдем.

Ә бит Сталинградта иң ҡаты һуғыштар барған мәлдә ярты йылдан ашыу беҙ хат ебәрә алманыҡ, йорттан да хәбәр- хәтер килмәй торҙо. Ул саҡта атайым менән әсәйем быны ни саҡлы ҡыйын кисергәндәрҙер; ваҡытынан иртә сәстәре ағарыуға, йәп-йәшләй үлеп китеүҙәренә, бәлки, был да сәбәп булғандыр…

Бына поезд ҡуҙғалды. Беҙ, әле йәш кенә ҡыҙ балалар, дәһшәтле, ауыр юлға сыҡтыҡ. Атайҙарыбыҙ, әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ вокзалда тороп ҡалды. Улар, ҡул болғап, беҙҙең поезд артынан бер аҙ эйәреп барҙылар ҙа күҙҙән юғалдылар.

Бына ул – Сталинград! Сталинградҡа саҡлы ярты сәғәтлек юл ҡалды тигән хәбәрҙе ишетеү менән, бөтәбеҙ ҙә вагон тәҙрәләренә ҡапландыҡ. Вокзал­да беҙҙе, Башҡортостандан бер эшелон менән килгән ҡыҙҙарҙы, хәрби кешеләр бик йылы ҡаршы алды. Сәскәле күлдәктәр кейгән ҡыҙҙар, ҙур бер колоннаға теҙелеп, ҡала урамдарынан йәйәүләп байтаҡ атлағандан һуң, беҙҙе ваҡ ҡына йорттар янында кәртәләп алынған бер майҙанға килтерҙеләр. Ул тәү ҡарашҡа ғына буш майҙан бу­лып сыҡты. Баҡтиһәң, бер нисә рәт буйҙан-буйға землянка­лар теҙелеп киткән. Карантин­ды һәм тәүге хәрби әҙерлекте шунда үттек. Бер аҙнанан хәрби кейемдәр бирҙеләр.

Ҡыҙҙар һалдат кейеме кей­еп йөрөр өсөн тыумаған шул. Өҫтөбөҙгә йәшел гимнастерка, аяҡҡа тупаҫ ботинкалар кейеү менән, беҙ үҙгәреп киткәндәй, бер аҙ олоғайғандай булдыҡ. Түге көндәрҙә бер-беребеҙҙән көлдөк тә хатта, һуңынан күнегеп киттек. Әйтерһең дә, ғүмер буйына һалдат кейемендә йөрөгәнбеҙ.

Хәрби эшкә оҙон-оҙаҡ өйрәнеп торорға ваҡыт юҡ. Бер ай самаһы үтеүгә, беҙ Ста­линградтан алыҫ түгел Гумрак станцияһы янындағы хәрби аэ­родром эргәһендә позицияла тора инек ине. Шунда аҙ ғына ваҡыт эсендә мылтығын да, пу­лемтын да өйрәндек, арыу ғына ата башланыҡ. Немец самолетта­рын биш бармаҡ кеүек беләбеҙ. Үҙҙәре күренмәгәндә, тауышта­рынан да ниндәй самолет осоуын айыра белдек. Ә улар беҙҙең баш осонда йыш ҡына әйләнгәләп то­ралар - Сталинградҡа әленән-әле разведка яһайҙар. Беҙең һалдат тормошо, ауыр фронт юлдары бына шулай башланды.

Ҡараныҡ күҙҙәр талғансы. Беҙ Сталинградтың көнбайышында, бер кирбес заводынан ике ки­лометр самаһы алыҫлыҡта, ҡасандыр «конный двор» тип йөрөтөлгән бер ихатаға урынлаштыҡ. Дөрөҫөрәге ихатаның эсенән түгел, ә унан төньяҡтағы ҙур бер тәрән ерендә окоптар ҡаҙырға тотондоҡ.

Ихатаның үҙендәге кескәй һарай кеүек нәмәлә кухня ҡороп ебәрҙеләр. Беҙ Тося менән икәү һәм тағы ла ике егет көнө-төнө тиерлек штаб янында дежурҙа торабыҙ.

Көнө буйы күктән күҙеңде лә алмайһың. Күкте һәр ваҡыт бинокль аша күҙәткәнлектән, күҙҙәр талып, ҡыҙарып бөтә.

 

Бейектә самолет зәңгәрһыу күк йөҙө менән бергә ҡушыла, шуға күрә уның тауышы буйын­са, тауыш килгән йүнәлештән байтаҡ алға табан ентекләп ҡарағандан һуң ғына табып була. Унан самолеттарҙың һанын, маркаһын һәм осоу йүнәлешен дә билдәләү беҙҙең бурысҡа инә. Сама менән уларҙың ниндәй бейеклектә осоуын хәбәр итәһең. Дошман самолеттары тураһындағы тәүге мәғлүмәттәрҙе развед­чиктар бирә. Артабан штаб на­чальнигы уларҙы телефон аша батареяларға хәбәр итә.

Палаткаларҙа. Һуғыштың өсөнсө йылы – 1943 йыл да башланды. Һуғыш яланында яңы йыл төшөнсәһе юҡ. Шуға күрә яңы йыл башында ҡайҙа булғанбыҙҙыр, белмәйем. Ә бына ҡышын палаткаларҙа йәшәүебеҙ оноторлоҡ түгел.

Ун ике ҡыҙҙан торған отделениеға бер палатка бирҙеләр. Тышы йәшел брезент менән көпләнгән, эсе зәңгәр төҫтәге ҡалын ғына бумазый. Иңе-буйы дүртәр метр. Беҙҙең яңы торлағыбыҙ шул. Усҡа һыйышлы ғына бер тимер мей­ес бар.

Тәүҙә ҡарҙы туң ергә саҡлы таҙартып, палатка ҡороп ебәрҙек. Палатканың стенала­ры дала еленә лап-лоп килеп бәрелеп торһа ла, эсендә ышыҡ. Ләкин йылыныу турыһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Ул ҡыш үс иткәндәй бик һыуыҡ килде. Хатта гитлерсы­лар ҙа Сталинград фронтын­да үҙҙәренең еңелеүҙәрен бер ни тиклем ошо һалҡын рус ҡышына һылтанып аҡларға маташып ҡараны. Ләкин ҡыш саҡырылмаған ҡунаҡтар өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә шундай зәһәр ине. Сатлама һыуыҡтары, ҡот осҡос буранда­ры менән теңкәне ҡоротто.

Хәрби тревога булмаған арала палаткаларға инеп, ти­мер мейескә яғып йылынған булабыҙ. Арҡаны йылытам тиһәң, ҡул-аяҡ өшөп бөтә. Инде ҡул-аяҡтарҙы йылытырға тип эйелдеңме, арҡа туңа. Төндә ботинкалар шыҡырайып ҡата. Иртән уларҙы мейес янында иретеп кейергә тура килә.

Ғ ә ҙ е л л е к һ а ҡ л а п , палаткаларҙа төндәрен сиратла­шып ситтән ятабыҙ. Сөнки уры­ны уртанан эләккән кешеләргә, ни тиһәң дә, йылыраҡ. Палат­ка ҡырлап ятҡан кешенең телогрейкаһы йыш ҡына палаткаға йәбешеп туңа ла, «ба­тыр» байтаҡ ҡына ҡуҙғала алмай ята. Беҙ көлә-көлә уның кейемен ҡуптарып айырып алабыҙ.

…Бына шулай беҙ йәшлек менән ауырлыҡтарҙы ла еңел кисерергә өйрәндек. Ауырлыҡтарға ҡаршы еңеүгә булған ихтыярыбыҙҙы һәм бына тигән сәләмәтлегебеҙҙе ҡуйҙык.

Был позицияла шулай ҙа иң ҡыйыны поста тороу бул­ды. Шинель, ботинка кейеп, арҡаға противогаз сумкаһы аҫып, ҡулға мылтыҡ тотоп, бу­ран ҡоторонған көндәрҙә по­ста тороп ҡара әле! Бигерәк тә төндәрен япа-яңғыҙ посҡа баҫҡанда ҡыйын. Бөтә донъя ап- аҡ ҡар аҫтында. Бер ниндәй ҙә әҙәм тауышы юҡ. Тик елдең генә яман шомло һыҙғырыуы йәнде өшөтә. Тамам туңмаҫ өсөн, бер туҡтауһыҙ йөрөп тораһың. Ун аҙым алға, ун аҙым артҡа. Сәғәттәр буйы яңғыҙ торғас, башҡа төрлө уйҙар килә. Атай- әсәй, туғандар, яҡындар иҫкә төшә.

…Күҙ күреме ер ап-аҡ ялан. Ялҡытҡыс аҡ донъя. Тик күк йөҙөндә генә алыҫ һалҡын йондоҙҙар йымылдай. «Бирешмә!» - тип күҙ ҡыҫалар. «Һуғыш бөтөр әле, һоҡланғыс матур көндәр, еңеү тантанала­ры килер», - тип бышылдайҙар һымаҡ улар.

Мин һаман атлайым. Ун аҙым алға, ун аҙым артҡа. Аяҡ аҫтында ҡар шыбырлай. Шағыр- шоғор, шағыр-шоғор…

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас