Республика яңылыҡтары
5 Октября 2018, 07:59

Уңыш йыйыу тамамлана

Республика хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре һуңғы гектарҙарҙа бара.

Быйыл 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынды. Балтас уңғандары ураҡты теүәлләне. Бында 64 мең тонна бойҙай һуғылған. Гектар ҡеүәте уртаса 18 центнер. Төбәк етәкселеге сәсеүлектәрҙе тағы ла киңәйтеп, инвесторҙар йәлеп итеү маҡсатын ҡуя. Балтас участкаһында республика төньяҡ-көнсығыш райондарының иген культуралары һынау үтә. Урындағы тупраҡҡа һәм һауа шарттарына яраҡлашҡан орлоҡ тап ошо үҙәктә тикшереү үтеп, һайлап алына.
Читайте нас