Һаҡ булығыҙ: боҙлауыҡ!

Иртәгә Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа еңелсә боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын, айырым райондарҙа көслө. Һауа температураһының республикала төндә 2-7 градус һалҡын, көндөҙ 0-5 градус йылы, Өфөлә төндә 3-5 градус һалҡын, көндөҙ 0-5 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндөң сағыштырмаса йылы тороуы, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә.Әле баш ҡалала 2 градус һалҡын. Атмосфера баҫымы 774 мм. Дымлылыҡ 71 процент.
Читайте нас