Өфөлә йыл һайын уҙғарылған «Башҡортостан гүзәле-2018» республика матурлыҡ һәм йолалар конкурсының финалы уҙҙы. Сарала республиканың төрлө тарафтарынан 18 һылыу ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Йылайыр районы ҡыҙы Гөлфиә Ҡудашева Гран-при яуланы. Жюри фекеренсә, бәйгесе тышҡы һәм эске матурлығы менән дә айырылып торҙо.
Саҡмағош районынан Айгөл Мортазина беренсе урынға лайыҡ булды. Сибайҙан Юлиә Мөхәмәдйәнова һәм Күгәрсен районынан Розалина Ибраһимова икенсе урын алды. Өсөнсө урынды үҙ-ара Фәйрүзә Абыҙгилдина (Баймаҡ районы), Ҡәҙриә Зөбәйерова (Стәрлебаш районы) һәм Ленария Хәсәнова (Хәйбулла районы) бүлеште.