Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
3 Декабрь 2018, 13:43

Ҡазанда ла һынатманы

Тәтешле районынан Фәрит Йыһангиров 28 нәфис һүҙ оҫтаһы араһында ул 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған .

Нәфис һүҙ оҫтаһы, Тәтешле районында булдырылған Әнғәм Атнабаев премияһы лауреаты Фәрит Йыһангиров Ҡазан ҡалаһының «Пирамида» концерттар залында сығыш яһаны. Унда Татарстан Республикаһының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ике хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы орденлы, Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, мәшһүр йырсы Әлфиә Авзалова исемендәге фестиваль үтте. Төрлө илдәрҙән килгән 28 нәфис һүҙ оҫтаһы араһында ул 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Афарин! Сираттағы ҙур еңеүегеҙ менән Һеҙҙе, Фәрит ағай!
Читайте нас