27 августа халҡыбыҙҙың легендар батыры, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулды. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә флешмоб ебәргәйне. Унда ҡатнашыу шарты ябай: «Шайморатов генерал» йырын йырлап, видеокамераға төшөрөргә һәм #Шайморатов хештегы менән социаль селтәрҙәргә ҡуйырға кәрәк.
Флешмобта Яңауылдан Зөлмир Закиров та ҡатнаша. Ул «Шайморатов генерал» йырына клип төшөргән. Әйткәндәй, Зөлмир «Оҙон көй», «Йәш музыкант», «Йэйғор» һәм башҡа республика конкурстары лауреаты, Балалар сәнғәт мәктәбенең вокал буйынса педагогы Халисә Нәсибуллинаның уҡыусыһы.
Бөгөн Зөлмир башҡарған йырға тауыш биреү бара. Социаль селтәрҙәрҙә ул 7 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Тауышығыҙҙы ошо ссылка буйынса бирә алаһығыҙ: https://vk.com/wall132549769_4534