Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
11 Сентябрь 2019, 11:15

Владимир Путин генералдарҙы эштән ебәрҙе

Владимир Путин генералдарҙы эштән ебәрҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы 30-лаған етәксене вазифаһынан бушатты.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Тәфтиш комитетының Ҡырым һәм Дағстан буйынса Баш тәфтиш идаралыҡтары етәкселәре юстиция генерал-лейтенанттары Михаил Назаров менән Сергей Дубровин, Дағстан тәфтиш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Тугай Тугаев эштән китте.
Шул уҡ ваҡытта ил Президенты яңы кешеләрҙе лә тәғәйенләне. Мәскәү прокуроры вазифаһына 2-се класлы дәүләт юстиция советнигы Денис Попов килде, өлкән юстиция советнигы Алексей Ежов уны Дағстандағы күҙәтеү ведомствоһы башлығы вазифаһында алмаштырҙы. Тәфтиш комитетының Ҡарасәй-Черкес Республикаһындағы идаралығы етәксеһе итеп юстиция полковнигы Николай Щепкин, Ҡырым Эске эштәр министрлығы башлығы итеп полиция генерал-майоры Павел Каранда, Мәскәү буйынса наркотиктарҙың әйләнешенә контроль идаралығы етәксеһе итеп полиция генерал-майоры Андрей Янишевский тәғәйенләнде. Башҡортостандағы тәфтиш идаралығын иһә әлегә тиклем Силәбе ведомствоһында эшләгән Денис Чернятьев етәкләйәсәк.
#ВладимирПутин
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас