Республика яңылыҡтары
30 Октября 2019, 07:41

Ғаризаны һуңға ҡалмай тапшырығыҙ!

Пенсияның тупланма өлөшөн дәүләттеке булмаған пенсия фондынан дәүләттекенә күсереп буламы?

Пенсияның тупланма өлөшөн дәүләттеке булмаған пенсия фондынан дәүләттекенә күсереп буламы?
Был һорау күптәрҙе борсой. Бының өсөн 31 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса ошо хаҡта ғариза тапшырырға кәрәк. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән 269-сы Федераль закон нигеҙендә быны төрлө юл менән эшләргә – Пенсия фондының клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ документтарҙы электрон формала ла тапшырырға мөмкин. Үҙең менән паспорт кәрәк буласаҡ. Электрон формала документ тапшырғанда электрон имза талап ителә.
Тупланма өлөштә йыйылған табышты юғалтмаҫ өсөн, уларҙы биш йылдан да йышыраҡ бер фондтан икенсеһенә күсерергә кәңәш ителмәй. Һуңғы тапҡыр Пенсия фондын ҡасан алыштырғанығыҙҙы теркәлеү урыны буйынса пенсия бүлегенә барып асыҡларға мөмкин. Шулай уҡ Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла белешергә була.
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас