Николо-Березовкала һөт кухняһы асыласаҡ.

6 айҙан 3 йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр Дәүләт дарыуханаһынан һөт, кефир, йогурт, эремсек бушлай аласаҡ.

6 айҙан 3 йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр район үҙәгендәге Дәүләт дарыуханаһына (Николо-Берәзовка ауылы, К.Маркс урамы, 4) кәрәкле документтарҙы тапшыра башланы.
Артабан документтар Нефтекама һөт кухняһына тапшырыласаҡ, унда килешеү төҙөлгәс, был продукцияны социаль ярҙам рәүешендә бушлай алыу мөмкинлегенә эйә балаларҙың исемлеге булдырыласаҡ.
Дәүләт дарыуханаһынан һөт, кефир, йогурт, эремсек бушлай алып буласаҡ.
Читайте нас