24 ноябрҙә Дүртөйлө ҡалаһында каратистар ярышты.
5-се дан ҡара билбауға эйә тренер Данис Хәләфовҡа был юлы ла тәрбиәләнеүселәре өсөн ҡыҙарырға тура килмәне.
Балалар һәм үсмерҙәр спорт мәктәптәре араһында Башҡортостан Республикаһы беренселегендә Артём Фамиев 6-7 йәшлек малайҙар араһында ката күрһәтеп, беренсе урын алды.
Алим Исламов 6-7 йәшлек малайҙар араһында сётокан-кумите ярыштарында өсөнсө урынға лайыҡ булды