Ҡурай
+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
15 Октября 2020, 08:35
Интернеттың мөмкинлектәре киң
Ошо көндәрҙә Халыҡтың мәшғүллек үҙәге дәүләт хеҙмәтенең Уҡытыу үҙәгендә “Сауҙа менеджменты һәм һанлы маркетинг, SMM” программаһы буйынса квалификацияны күтәреү курстары үткән бер төркөм йәш әсәйҙәр диплом алды.
Был ғәмәл “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Һөҙөмтәлә, бәләкәс балалары булған утыҙ йәш ҡатын махсус программа буйынса белем алған. Уның үҙенсәлеге – Интернет селтәре ярҙамында тауар һәм хеҙмәттәрҙе уңышлы ҡулланыуҙың алымдарын, ысулдарын өйрәнеү.
Курс сиктәрендә ҡатындар социаль селтәрҙәрҙең үҙенсәлектәрен, төрлө платформаларҙа тауар һәм хеҙмәттәрҙе популярлаштырыуҙың юлдарын өйрәнгәндәр.
Башҡортостан, ғөмүмән, ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Демография” милли проектының федераль програмаларында уңышлы ҡатнашыуы менән билдәле.
Һандарға килгәндә, халыҡ мәшғүллеге инфраструктураһын яңыртыу төбәк проекты сиктәрендә республиканың 13 меңгә яҡын гражданы белем эстәгән.
Унан тыш, яңы форматтағы мәшғүллек үҙәктәре булдырыу ҙа күҙаллана. Улар эшһеҙлек хәүефе һәм һөҙөмтәһеҙ мәшғүллек осраҡтарында ярҙамға килергә тейеш.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Сығанаҡ
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"