Сертификаттарҙы тапшырыу тантанаһы йыл һайын уҡыу йортонда үткән булһа, быйыл иһә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефлегенә бәйле, онлайн-форматта үтте. Университет менән «Транснефть-Урал акционерҙар йәмғиәте» араһында видеоконференцбәйләнеш урынлаштырылды. Исемле стипендияларҙы «Транснефть» яҡшы уҡыған студенттарға 2001 йылдан бирле тапшырһа, уҡытыусыларға сертификаттарҙы 2014 йылдан башлап бирә. Ошо рәүешле нефтселәр уҡытыу сифатына, кадрҙар әҙерләүгә, ғөмүмән, тармаҡ үҫеше кимәленә үҙ өлөштәрен индерә.