Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
30 Октябрь 2020, 15:50

“ТРАНСНЕФТЬ – УРАЛ” АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ АҒИҘЕЛ ЙЫЛҒАҺЫ АША ПРОДУКТ ҮТКӘРГЕСЕНЕҢ ҺЫУ АҪТЫ ҮТКӘҮЕЛЕН РЕКОНСТРУКЦИЯЛАНЫ

«Транснефть – Урал» йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Благовещен районында Ағиҙел йылғаһы аша Өфө– Камбарка магистраль нефть продукттары үткәргесе (МНПП) һыу аҫты үткәлеүен реконструкцияланы.

Эштәр 2019 йылдың ғинуарынан башлап предприятиены техник яҡтан яңынан ҡоралландырыу һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә башҡарылды. Маҡсат – торба үткәргестең ышаныслығын һәм хәүефһеҙлеген, ҡорамалдарҙың ҡулланылыш һәм техник характеристикаларын арттырыу.
Һуы аҫты үткәүелен реконструкциялағанда 6,3 мең метр оҙонлоҡтағы торба үткәргес участкалары монтажланды.
Магистраль үткәргес торба участкаларының һыубаҫар туғай ерендәге өлөшө участкаларын алыштырыу йылғаның ике яҡ ярында ла асыҡ килеш траншеяға һалыу ысулы менән башҡарылды. Туғай – Яңы Турбаҫлы автомобиль юлы аша үткәүел, юл ҡатламын емермәйенсә һәм траспорт хәрәкәтен сикләмәйенсә, горизонталь йүнәлешле быраулау ярҙамында төҙөлдө, торба участкаһы һаҡлағыс футлярға урынлаштырылды.
Электр селтәре хужалыгы өлөшсә алыштырылды: йылғаның һул яҡ ярындағы комплектлы трансформатор подстанцияһы, шулай уҡ электр тапшырыу линияһының трасса буйындагы участкаһында бағаналар һәм сымдар алыштырылды.
Эштәрҙе башҡарғанда сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптары үтәлде. Бынан тыш, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ кәрәкле саралар күрелде, хеҙмәткәрҙәр шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланды. Һыу аҫты үткәүелен тоташтырыу магистраль нефть продукттары үткәргесе аша нефть продукттарын транспортлау күләме планлы рәүештә 60 сәғәткә кәметелгән ваҡытта башҡарылды. Нефть эшкәртеү заводтарынан нефть продукттарын ҡабул итеү туҡтатылманы.
Барлыҡ эштәр ҙә регламентлы сроктарҙа башҡарылды, магистраль продукт үткәргесе штат режимында эшләй, нефть продукттарын транспортлау график буйынса һәм тулы күләмдә алып барыла. Башҡарылған саралар производство объектын файҙаланыуының юғары кимәлдәге ышаныслылығын тәьмин итәсәк.
Читайте нас