Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
16 Декабрь 2020, 23:45

Республикала яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыу сикләнә

Башҡортостанда, былтырғы кеүек үк, яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ғәмәлдә булған законға ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу тыйылған, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны һатыу ваҡыты көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем сикләнгән.

Йәғни ошо өс көндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр менән тәүлегенә дүрт сәғәт – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә хәтлем генә сауҙа итергә мөмкин.
Законда ҡаралған сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай – был көндәрҙә кафе-ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин.
Яңы йыл каникулдарында алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләүҙән тыш, Башҡортостанда Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ойошторолған көндәрҙә «ҡоро закон» ғәмәлдә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас