Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
26 Март 2021, 21:55
Путиндың һунарсы кейеме күпме тора?
Ателье хужаһы серҙе асҡан.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тайгала ял иткәндә кейгән һунарсы костюмын 150 мең һумға тектерергә мөмкин, тип хәбәр итә "РИА Новости". Был хаҡта Санкт-Петербургтағы Күн һәм тире оҫтаханаһы директоры Евгения Морозова һөйләгән. Уларҙың ательеһы шуға оҡшаш костюмдарҙың бер партияһын 3,5 йыл элек әҙерләгән булған.
Быға тиклем Кремлдең матбуғат хеҙмәте Путиндың тайгала нисек ял иткәнен күрһәткән видеокадрҙар таратҡан иде. Унан күренеүенсә, ил Президенты һәм оборона министры Сергей Шойгу һарыҡ тиреһенән тегелгән бер төрлө костюмдар кейгән ине.
Быға оҡшаш костюмдар оҫтахана сайтындағы “Портфолио” бүлегендә тәҡдим ителә. Морозова белдереүенсә, уртаса ир-егет кәүҙәһенә бындай кейемде тегеү яҡынса 150 мең һум тора. Материал — 100 мең һум, ҡалғаны оҫтаның хеҙмәте өсөн.
Оҫтахана директоры ил етәксеһендә нәҡ уларҙың костюмы икәнен теүәл әйтә алмай, ләкин бик оҡшағанын билдәләй. Бер нисә йыл элек уларҙың ательеһына шәхси клиент ошондай костюмдарҙың бер партияһын тегеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Тегеүселәр, ваҡытында өлгөрөргә тырышып, ашығып эшләгән, сөнки бындай кейемде тегеү бик ҡатлаулы.
Фото: tvrain.ru
Сығанаҡ: "Ҡыҙыл таң" гәзите
сайты
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"